Дарыуһыҙ ҙа дауаланып була
Баш, арҡа, тамаҡ ауыртһа, угри һәм һытҡылар, ауыҙҙан насар еҫ сыҡһа, мускулдарҙы ҡаймыҡтырһағыҙ, йоҡоһоҙлоҡтан, һыуыҡ тейгәндә, танау тонғанда, грипптан был рецептар ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Баш ауырыуы
Ярты балғалаҡ ҡоро имбирҙе әҙ генә эҫе һыу менән иҙәбеҙ. Килеп сыҡҡан пастаны маңлайға һалабыҙ. Бер аҙ әсетер, борсолмағыҙ, тиҙ арала ул үтер...
Арҡа ауыртһа ошолай уҡ ҡоро имбир һәм һыу менән компресс эшләйбеҙ.
Тамаҡ ауыртһа 1 стакан эҫе һыуға 1 аш ҡалағы шалфей һалып болғатабыҙ ҙа, шуның менән тамаҡты сайҡатабыҙ.
Угри һәм һытҡылар булһа 1 аш ҡалағы алоэ һутын балғалаҡтың дүрттән бер өлөшөнә куркума порошогын һалып болғатабыҙ. Был иҙмәне һытҡы урынына көнөнә ике тапҡыр һөртәбеҙ.
Ауыҙҙан насар еҫ сыҡһа - фенхель орлоғо ярҙамға килер. Ауыҙығыҙға алып, бер аҙ сәйнәгеҙ. Шулай уҡ 1 стакан ҡайнар һыуға 1 балғалаҡ онталған лавр япрағы, дәрсен һәм кардамонды ҡушылмаһын һалып болғатығыҙ. Унан был һыуҙы эсегеҙ.
Мускулдарҙы ҡаймыҡтырһағыҙ (растяжение мышц) эҫе ваннаға яртышар стакан онталған имбир менән аш содаһын һалып, ошонда 15 минут ултырығыҙ. Һыҙлаған урынға көнөнә ике тапҡыр компресс һалығыҙ. Ә компресты былай эшләйҙәр: 1 балғалаҡ онталған имбиргә 1 балғалаҡ онталған куркума һәм бер аҙ эҫе һыу ҡушып эшләнә.
Йоҡоһоҙлоҡтан...
Төнгөлөккә 1 стакан йылы һөткә ярты балғалаҡ мускат сәтләүеге порошогын ҡушып болғатып эсегеҙ.
Һыуыҡ тейгәндә 0,5 балғалаҡ имбиргә 1 балғалаҡ онталған дәрсен (корица) ҡушып, ярты литр һыуҙа 10 минут ҡайнатығыҙ. Башта 1 стакан эсегеҙ, унан 3 сәғәттән икенсеһен. Эсемлекте бал менән тәмләтергә була.
Танау тонғанда куркуманы яндырып, төтөнөндә тын алығыҙ. Тиҙ арала еңеллек тойорһоғоҙ. Шулай уҡ ҡара борос, дәрсен, кумин һәм кардамон порашогын ҡушып болғатып, ошоно еҫкәргә лә була. Лайлалы шыйыҡсаны һеңгерергә ярҙам итер.
Грипптан киптерелмәгән имбир тамырына лимон һәм бал ҡушып, сәй бешерегеҙ. Куркумалы һөттө көнөнә 3 тапҡыр эсегеҙ. Был хәлһеҙләнгән бауырҙы нығытыр, һәр төрлө насар эҙемтәләрҙән ҡотҡарыр.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!