КҮҘҘӘРЕМДӘН ЙӘШТӘР АҠТЫ ... Үләндәр менән дауалаусы Зәүхиә Низамиеванан өмөт уятыусы тағы бер хәл тураһында яҙма. Текст һәм орфография - авторҙыҡы. "Өс атна тирәһе элек Башҡортостан ҡалаларының береһенән 36 йәшлек йәш ҡатын шылтыратты. Һәр бер әйткән һүҙе һайын йөткөрөп, көскә һулай - һулай һөйләште ул. Уның тарихын тыңлаған ваҡытта ҡырыйында балалар тауышы ишетелеп торҙо. Уларҙың әнейҙәренә һөйләшергә бимазалап тороуынан әле бәләкәй икәндәрен аңланым. Әллә ышанырға, әллә ышанмаҫҡа был хәлдәргә. 36 ғына йәш... Өфөнән йәшәргә оҙаҡ ҡалмауына ишара яһап ҡайтарғандар. "Апай, аптырап шылтыратам. (Уға һөйләшргә ауыр. Сәсәй яҙып китә.Йыш -йыш тын алып, тын юлдары һыҙғырып һөйләшә.) Өфөнән ҡайттым. Яҡты доньяларҙа йәшәргә оҙаҡ ҡалмаған миңә. Миңә быны ишара яһап әйттеләр.Үпкәң почти сереп бөтөп бара.Бауырың да шулай уҡ тинеләр.( ФӘН БАУЫРҘЫҢ 25 ПРОЦЕНТ ҠЫНА СӘЛӘМӘТ ӨЛӨШӨ ҠАЛҺА ЛА ЯҢЫНАН ТЕРГЕҘЕП БУЛА ТИП ИҪБАТЛАҒАН.Шулай уҡ үпкә лә самовосстанавливающий ағза икәне һәм кешеләрҙең үпкәләренең ҡырҡылған өлөштәре яңынан үҫеүе билгеле.) Нисә көн 39-40 температурам төшмәй. Бер дарыу ҙа ярҙам итмәй. Хәлһеҙлектән атларлыҡ та рәтем юҡ.Нимә эшләргә лә белмәйенсә аптырап шылтыратам. Ике баламды аяҡҡа баҫтырып өлгөрмәнем.(Ул һөйләгәндә минем йөрәк ярһыны, мейемде мең төрлө һорау ҡайнатты. Кем ғәйепле? Был ней хәл? Алға киттек тип маҡтанабыҙ!!!! Ҡайҙа нано технологиялар, супер дарыуҙар? 36ЙӘШЛЕК ОРГАНИЗМ БИТ ӘЛЕ ТАУШАЛМАҒАН!!!! КЛЕТКАЛАР ҠАРТАЙМАҒАН!!! Кем һәм ҡайҙа хата ебәрә???) "Һеңлем тыныслан. Паникаға бирелмә. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте ҙур. Әйҙә, " Ятып ҡалғансы атып ҡал,"- тигән халыҡ мәҡәленә таянайыҡ та, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйек. Тере көйөнә үҙеңде күмеп ултырма. "Йән биргәнгә йүн биргән,!- тей халыҡ. Кем бирере билгеле, Аллаһы Тәғәләнән һорайыҡ." Артабан диалог рәүешендә яҙам. - Әремең бармы? - Бар, апай. - Булғас, нишләп эсә башламаның? - Миндә астма ла бар. - Бер рәттән уныһын да бөтөрөр әле әрем.Хәҙер инде һиңә ҡурҡып торорға ваҡыт ҡалмаған. Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һора эсә лә башла. Әҙ генә эсеп ҡара башта. Өйрәт организмды.Шунан инде ике - өс сәғәт һайын сәй ҡайнарлығында ярты стакан ҡайнар һыуға 15-20 бөртөк сәскәһен йөки шул кимәлдә үләнен һалып 10 минут ябып ҡуйып төнәт тә эс. Көнгә биш - алты тапҡыр эсһәң дә ярай. Араһында һығып биреүселәр булһа дегәнәк япрағы һутын, сөгөндөр, морковь, лимон, апельсин һуттарын эс. Ниндәй еләк бешә шуларҙы аша. Төрлө зеленьдарҙан салаттар яһап аша, уларға һарымһаҡ тура, башлы һуған тура. Таба алһаң ҡымыҙ табып эс. " ( Башҡортостан ҡымыҙы менән иҫәнлектәрен нығытырға юҡҡа ғына күренекле политиктар, яҙыусылар һәм башҡа шәхестәр Мәскәү хәтлем Мәскәүҙән килгәндәр что ли.) Яҡынса шундай кәңәштәр бирҙем. Ә бөгөн иртәнсәк миңә С. шылтыратты. Диалог рәүешендә яҙам. -Апай, мин әле был. Һеҙгә шылтыратып әйтәйем тип уйланым да тәүәккәләнем. Минем хәлем әйбәтләнде. Йөткереүем бөттө тип әйтерлек. Тын алыуым яҡшырҙы. Температурам нормальләште.Хәл инә башланы. Әремде ике атна эстем. Артабан дауам иттерәйем ме икән? - - Әлбиттә, хәл ингән һайын дозаһын кәметәбеҙ. Бөтөнләй аяҡҡа баҫҡас, иртәнсәк һәм кис эсергә генә ҡалдырабыҙ. Профилактика өсөн ғүмер буйы эсһәң тағын да әйбәт.Дегәнәк япрағы һуты, ҡымыҙ таптыңмы? - Эйе апай, мин бит һеҙҙең менән һөйләшкәс ауылға ҡайтып киттем. (Ҡаланы маҡта ауылда тор. Үпкә ауыртҡанда саф һауа ла кәрәк.) - Табибҡа күренергә барған инем. Аптыраны. Нимә эстең тип һораны.Үпкәмдең шеше бөткән. Гел һыҙғырып тора ине, ул да юҡҡа сыҡты. Йөткөрөүем почти юҡ. Хәлем әйбәтләнеп китте.Миндә өмөт уянды.( Артабан бөтөнләй сәләмәтләнеп бөткәнсе эсергә килештек беҙ С.менән."Ике баламды үҙем бағып үҫтерергә һәм бәхетле Өләсәй булырға насип булһын тип теләп торасаҡмын,"- тине ул. Бик мәслихәт. Был изге уй. Тән шуға буйһона. Эстән молекулалар, клеткалар дәрәжәһендә йәшәү программаһы төҙөлә.) Ә минем күҙҙән йәштәр аҡты.Тик улар шатлыҡ йәштәре ине. Уй... Ниндәй ҙур көскә эйә. Аллаһы Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә әҙ генә күҙ төшөрөүгә үк ул беҙгә ярҙам итә башлай. Мулдан, буштан. Әрем... Бары миллионлаған үҫемлектәрҙең береһе генә әле ул. Шул бер үләндә генә лә күпме көс, күпме ғәйрәт, күпме йәшәү һәм сәләмәт булыу өсөн сәбәп. Был тарихтың дауамы булыр Алла бойорһа. Бары тик С. барған юлынан боролмаһын. Мин был турала яҙырға рөхсәт алдым. "Апай, яҙығыҙ, минем хәлдә ҡалғандар ишетелеп тора.Минем тарих кемдәргәлер бәлки ваҡытында күрһәтелгән ярҙам булыр,"- тине. Афарин!!! Шулай булһын!!!"

Теги других блогов: Башҡортостан өмөт үләндәр